Пленар ултырыш башланыр алдынан форумда ҡатнашыусылар мәктәптәр өсөн инновацион ҡорамалдар күргәҙмәһе һәм халыҡтар берҙәмлеге йылына арналған экспозиция менән танышты. Кәңәшмәлә туған телдәрҙе, тыуған яҡтың тарихын һәм мәҙәниәтен уҡытыуға айырым иғтибар бүленде. Уҡытыусылар билдәләүенсә, бөгөн мәктәптәрҙә бының өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған.
Кәңәшмә аҙағында райондың иң яҡшы педагогик коллективы вәкилдәре республика мәғариф министрлығының, район хакимиәтенең һәм «Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар союзының» маҡтау грамоталарына лайыҡ булды. Ә бер нисә уҡытыусы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға әүҙем ярҙам иткән өсөн миҙалдар менән бүләкләнде.