Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында мәғрифәтсе, шағир Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың 185 йыллығына арналған түңәрәк өҫтәл үтте. Ғалимдар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре башҡорт шағирының мираҫы тураһында фекер алышты. Улар ҡулъяҙмаларҙы анализлауға, яҙыу стиле, эстәлегенә һәм архивҡа мөрәжәғәт итте. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың XIX быуатта башҡорт халҡының мәғрифәтен, әҙәбиәтен һәм милли үҙаңын үҫтереүгә индергән ролен билдәләне.