Өфөлә йәшәүсе хирург махсус хәрби операцияла яраланып йөҙө зыян күргән егеттәргә бушлай пластик операцияһын үткәрә. Табип Артур Гасаев үҙенең клиникаһында өсөнсө яугирға ҡатмарлы ринопластика үткәрҙе. Мәрхәмәтлек эшен ул артабан да дауам итергә ниәтләй. Хирургтың өҫтәлендә махсус хәрби операция ветераны Артур Хөснөтдинов та булды. Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.
Артур Хөснөтдинов алғы һыҙыҡта дрон һөжүменән ҡаты яраланған. Бер ҡулын юғалтҡан яугирҙың бите, танауы ла зыян күргән. Госпиталдә дауаланып сыҡҡас ул тыуған еренә Ҡалтасы районына ҡайтҡан. Өфө хирургы Артур Гасаев хәрбиҙәргә бушлай ярҙам итергә булған. Тәжрибәле табип үҙенең клиникаһында айына бер тапҡыр бите йәрәхәтләнгән яугирҙарға пластик операция эшләй.
Эндомет клиникаһында яугирҙарға өсөнсө пластик операция башҡарыла. Ватан һаҡсылары дәүләт фонды тарафынан тәҡдим ителгән егеттәр Артур Гасаевҡа операцияға килә ала. Оло йөрәкле табип ҡатмарлы операция өсөн яугирҙарҙан аҡса алмай, ә дөйөм клиенттар өсөн бындай операция хаҡы 500 мең һумға тиклем етә.
23 йәшлек Артур Хөснөтдинов тормош иптәше менән ике бала тәрбиәләй. Махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән юлланған хәрби яраланғандан һуң кәйефем төшмәне ти, туған ерендә ул эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлаған. Ватан һаҡсыһы киләсәккә тик оптимизм һәм яҡты уйҙар менән ҡарай.
Ф.Миһранова