Яңы уҡыу йылы алдынан табиптар балаларға һыу сәсәгенә ҡаршы вакцинация үтергә саҡыра

Яңы уҡыу йылы башланыуға һанаулы көндәр ҡала. Ата-әсәләр дәфтәр, форма һәм кансә тауарҙары һатып алыу менән мәшғүл. Көндәлек мәшәҡәттәр араһында табиптар баланың һаулығы тураһында ла хәстәрлек күрергә саҡыра. Һыу сәсәге айырыуса балалар коллективтарында әүҙем тарала, шуға күрә вакцинация үтергә кәңәш ителә. Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Һыу сәсәгенә ҡаршы вакцина яһатыр өсөн махсус әҙерлек кәрәкмәй. Ни бары теләк һәм вакцинаның булыуы шарт. Күптәр һыу сәсәген зыянһыҙ балалар ауырыуы тип иҫәпләй, әммә был яңылыш фекер, ти табиптар. Балаларҙа инфекция еңел формала үтһә, өлкәндәрҙә һәм иммунитеты ҡаҡшаған кешеләрҙә сир етди өҙлөгөүҙәргә килтереүе ихтимал. Өҫтәүенә, вирус бик йоғошло.

Әгәр сабый сирләй башлаған икән, бала саҡта ауырыу еңелерәк үтә тип, йәмғиәткә сығып, башҡаларға йоҡторорға кәрәкмәй. Был миф әсәйҙәр араһында киң таралған. Вакцинаның хатта бер дозаһы ла сиргә ҡаршы торорлоҡ иммунитет булдырыу өсөн етерлек.

Гөлнара Иҙрисова, педиатр

Яңы уҡыу миҙгеле алдынан табиптар балаларға һыу сәсәгенә ҡаршы прививка яһатып өлгөрөргә саҡыра. Был турала ике бала әсәһе Элина алдан хәстәрлек күргән. Ике йәшен тултырасаҡ улы Радмир яҡын арала балалар баҡсаһына йөрөй башлаясаҡ. Прививканың тәүге дозаһын йәй башында яһатҡандар, барыһы ла яҡшы үтте, ти йәш әсә.

Мин үҙем педиатр, үҙ тәжрибәмдә һыу сәсәге менән сирләүҙең эҙемтәләрен күргәнем бар. Берәүҙәр ауырыуҙы еңел үткәрә, икенселәрҙә менингит, йә энцефалит буылыуы ихтимал. Иртәгә ревакцинацияға барабыҙ.

Элина Ишбулдина, Радмирҙың әсәһе

Мәктәпкә һәм балалар баҡсаһына әҙерлек кансә тауараҙры, форма һатып алыу ғына түгел. Һаулыҡты һаҡлау мөһим. Был балаға уҡыу йылын ышаныслы башларға һәм мөһим тәүге аҙналарҙы ҡалдырмаҫҡа ярҙам итәсәк.

Йыл башынан алып республикала һыу сәсәге менән ауырыуҙың 8 мең осрағы теркәлгән. Уларҙың 95 проценттан ашыуы балалар араһында. Балалар коллекивына инфекцияны индермәҫ өсөн тәү сиратта ата-әсәләргә иғтибарлы булырға, тәүге билдәләре күренгәс тә мәктәп һәм балалар баҡсаһына йөрөүҙе сикләргә кәрәк.

Алена Лопатина, Башҡортостан буйынса Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау идаралығы баш белгес-эксперты

Бала саҡта ауырып та, һыу сәсәге менән өлкән йәштә лә йәнә осрашырға мөмкин. Бындай кешеләр, эске көсөргәнеш кеүек төрлө факторҙарҙы иҫәпкә алып, йыш осраҡта сирҙе ҡатмарлыраҡ үткәреүҙәре ихтимал.

Әлфинә Килдейәрова