Өфөлә суперниндзялар күнектерелә. Республиканан бер юлы 7 кеше федераль каналдың популяр телешоуына үткән. Улар кастингта 3 меңдән ашыу ҡатнашыусы араһынан һайлап алынған. Әйткәндәй, проектҡа Башҡортостандан йәмғеһе 150-нән заявка ҡабул ителгән. Яҡташтарыбыҙ ҡаршылыҡ һыҙатын нисек үтеүҙәрен әлегә сер итеп тота. Телешоу сентябрҙә старт аласаҡ.
Әйткәндәй, әлеге спорт залы федераль телевизион проекттың беренсе миҙгел ҡатнашыусыһы Владимир Старцев тырышлығында асылған. Телешоуға тиклем спортсыға урамда шөғөлләнергә тура килгән. Әммә оҫталыҡты камиллаштырыу өсөн мөмкинлектәр аҙ булып сыға. Шулай итеп, Өфөлә ҡаршылыҡтар һыҙаты булған яңы төр спорт майҙансығы булдырыла.