“Ашҡаҙар” радиоһы эфир киңлектәренә 2010 йылдың 7 февралендә сыға.
Исеме Башҡортостандағы йылға һәм шул уҡ исемдәге йыр исеме менән аталған. Канал республикабыҙҙың мәҙәни тормошон тулыраҡ сағылдырыу, уның һоҡланғыс шәхестәре, сәнғәт өлгөләре менән таныштыра барыу һәм киләсәк быуындарға тапшырыу маҡсатында ойошторола.