Өфө - Ырымбур трассаһында үлемесле авария теркәлгән

Стәрлетамаҡ районында «Вольво» маркалы йөк автоцистернаһы менән «Уаз» микроавтобусы бәрелеште. Һөҙөмтәлә 4 кешенең ғүмере өҙөлдө, тағы ла өс кеше йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылды.

Фото №1 - Өфө - Ырымбур трассаһында үлемесле авария теркәлгән

Һәләк булыусылар араһында юл төҙөкләндереү эштәренә йәлеп ителгән хеҙмәткәрҙәр ҙә бар. Әле авария сәбәптәре асыҡлана. Ваҡиға урынында полиция һәм башҡа оператив хеҙмәттәр вәкилдәре эшләй. БСТ каналы хеҙмәткәрҙәре мәрхүмдәрҙең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ