Өфөлә хоҡуҡ һаҡсыларына һөжүм иткәндәр

Уҙған төндә Өфөләге күңел асыу үҙәктәренең береһендә ыҙғыш ҡупҡан. Ҡыҙып алыусыларҙы тынысландырыу өсөн полиция саҡыртылған. Йәштәрҙе айырған ваҡытта хоҡуҡ һаҡсыһы тән йәрәхәттәре алған. Ғәйепләнеүселәр шулай уҡ уның табель ҡоралын ҡулға төшөргән.

Фото №1 - Өфөлә хоҡуҡ һаҡсыларына һөжүм иткәндәр

Иртәнге сәғәттәрҙә ваҡиға урына эске эштәр министрлығы һәм тәфтиш комитеты етәкселеге килә. Ҡылынған енәйәт ике ведомство тарафынан да етди контролгә алына. Тикшереүҙәр барышында енәйәттә ғәйепләнеүселәр ултырып ҡасҡан «Тойота Камри» автомобиле табыла. Һуңынан уның хужаһы ла ҡулға алына.

Полиция хеҙмәткәренә һөжүм итеүсенең Октябрьскиҙан 31 йәшлек ир булыуы асыҡлана. Ул быға тиклем дә шундай уҡ ҡылығы өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған булған. Оператив-эҙләү саралары ваҡытында хоҡуҡ һаҡсылары енәйәттә ғәйепләнеүсе тағы ла ике кешене тота. Уларҙың Өфөнән һәм Бәләбәй районынан булыуҙары билдәле. Әлеге ваҡытта урланған ҡорал табылған. Зыян күргән полиция хеҙмәткәре дауаханаға һалынған. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Автор: Илдар Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ