Өфө-Инйәр-Белорет трассаһында Татарстандың пассажир автобусы юл ситенә сығып оса һәм түңкәрелә. 6 кешенең ғүмере өҙөлгән. Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, үлгәндәрҙең кәүҙәһе Өфөгә – суд медицинаһы экспертизаһы бюроһына килтерелгән.
Архангел районында булған юл ҡазаһының сәбәптәрен Тәфтиш комитеты тикшерә. Бөгөн республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров түңкәрелгән автобус водителенең 18 тапҡыр административ яуапҡа тарттырылыуы тураһында хәбәр итте.
Стәрлетамаҡ районында 4 юл эшсеһенең ғүмере өҙөлдө. Уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеләсәк, тине Радий Хәбиров.
Уҙған аҙнала Башҡортостан юлдарында 76 авария теркәлгән, 19 кеше һәләк булған, 116-һы имгәнгән. Юл йөрөү ҡағиҙәләрен боҙоу һәм тиҙлектте арттырыу фажиғәгә килтергән төп сәбәп, тип белдерҙе транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Альберт Сөләймәнов.




