Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә алты кеше һәләк була, пассажирҙар араһында ауыр тән йәрәхәттәре алыусылар ҙа бар. Барыһы ла Яр Саллынан. Әлегә Өфө медицина учреждениеларында дауаланған сирлеләрҙе Татарстанға күсереү мәсьәләһе ҡарала.
Түңкәрелгән автобуста иҫән ҡалып, транспорт тәҙрәһен ватып сығыусылар шунда уҡ креслолар араһында ҡыҫылып ҡалған пассажирҙарға ярҙамға ашыға.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аварияла дүрт ир һәм ике ҡатындың ғүмере өҙөлә. Уларҙың күбеһе салондың артҡы рәттәрендә ултырған.
Салонда 39 турист була. Улар Бөрйән районында ял иткәндән һуң, тыуған яғы - Татарстанға ҡайтып килгән. Барыһы ла Яр Саллыла йөк ташыу менән шөғөлләнгән компанияла эшләгән. Зыян күреүселәр билдәләүенсә, көслө ямғыр яуыу сәбәпле, трасса тайғаҡ була. Водитель идара итеү һәләтен юғалта.
Зыян күреүселәр «Тиҙ ярҙам машинаһында Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондары дауаханаларына оҙатыла. Йәрәхәт алыусыларҙың күп булыуына бәйле эш урынына барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәре сыға.
Ауыр тән йәрәхәттәре алыусылар ашығыс рәүештә Өфө медицина учреждениеларына оҙатыла. Ун пациенттың һигеҙе 21-cе ҡала клиник дауаханаһына эләгә. Уларҙың күбеһенең хәле уртаса.
Әлегә автобуста зыян күргән барлыҡ пациенттарҙы Татарстан дауаханаларына күсереү мәсьәләһе ҡарала. Уларҙың етәүһе "Ашығыс ярҙам" хеҙмәте машиналарында оҙатыла.
Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә аварияға ҡарата үҙ ҡарашын белдерҙе. Интернет сәхифәһендә төбәк етәксеһе күмәк пассажир менән ауған автобустың сифатһыҙ булыуын һәм авария ҡорбандарының күбеһенең хәүефһеҙлек ҡайыштарын беркетмәүен билдәләгән. Радий Хәбиров шулай уҡ илдә водителдәрҙең эш сифатын контролдә тотоуҙың насар ҡуйылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алған һәм быға тиклем дә тиҙлек арттырыуы өсөн күп тапҡырҙар яуаплылыҡҡа тарттырылған Яр Саллы водителенә һаман да кеше ғүмерҙәре ышанып тапшырылыуға үкенес белдергән.
Радий Хәбиров, Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Йәнә тағы бер фажиғә, унан сәстәр үрә торҙо, быға тиклем водитель 18 тапҡыр юл ҡағиҙәһен боҙған”.
Тәфтиш комитеты тарафынан юл хәрәкәте һәм транспорт сараһын файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоуға һәм хәүефһеҙлек талаптарына тура килмәгән хеҙмәт күрһәтелеүгә бәйле, енәйәт эштәре ҡуҙғатылды. Был статьялар һаҡһыҙлыҡ арҡаһында ике һәм унан да күберәк кешенең үлеменә килтергән осраҡ булараҡ ҡарала.
Водитель билдәләүенсә, ул көслө ямғыр яуыуға бәйле транспорт менән идара итеү һәләтен юғалта. Һәләк булыусыларҙың кәүҙәләре суд-медицина экпретизаһы бюроһында. Белгестәр тикшереү эштәрен тамамлағас та, туғандары уларҙы Татарстанға алып ҡайта аласаҡ.




