Өфөләге ат аҙбарында тотолған төньяҡ боландары хаҡындағы видеояҙма социаль селтәрҙә йәшен тиҙлегендә таралып ҡыҙыу бәхәс тыуҙырҙы. Януарҙар өсөн борсолған ҡала халҡы ферма хужалығына ҡарата үҙ дәғүәләрен белдерә.
Был кадрҙар Өфөләге шәхси фермала төшөрөлгән. Йән эйәләре аяныслы хәлдә тип видео таҫмала хәбәр ителә. Был күренеш Интернетта ығы-зығы тыуҙырҙы. Ләкин асыҡланыуынса, мәсьәлә ашатмауҙа түгел, ә уларҙың йонсоуы боландарҙың йөн ҡойоу осоро башланыуға бәйле. Төньяҡ хайуандар баш ҡалаға быйыл беренсе тапҡыр килтерелгән.




