Торба үткәргестәрҙең һыу-газ динамикаһы кафедраһы экс-доценты бер нисә статья буйынса хөкөм ҡаршына баҫа. Уның коллегаһы – 40 йәшлек тарих һәм политология кафедраһы доценты аралашсы булараҡ яуапҡа тарттырыла.
Тәфтишселәр асыҡлауынса, 2016-2018 йылдарҙа ғәйепләнеүсе ришүәт алған. Тентеү ваҡытында ирҙең фатирында имтихан һәм өҫтәмә дәрестәр өсөн аҡса тапшырған студенттарҙың исемлеге табылған. Бер нисә йыл эсендә доценттар миллион һумдан ашыу аҡса алған.




