Талҡаҫ күлендә 20 йәшлек егет үҙен ҡорбан итеп 8 йәшлек малайҙы ҡотҡарған

Ваҡиға уҙған ял көндәре теркәлгән. Ял итеүселәр тултырылған матраста йөҙөп китә. Ҡапыл сыҡҡан көслө ел матрасты тәрәнгә алып китә һәм түңкәрә. Малай менән егет бата башлай. Егет юғалып ҡалмай, малайҙы һыу аҫтынан һөйрәп сығарып өлгөрә. Был хәлде күреп торған кешеләр һәм малайҙың атаһы уларға ярҙамға ашыға. Кемдер йөҙөп, кемдер кәмә менән алға ташлана. Улар килеп еткәндә, малай һуңғы көсөн йыйып, саҡ-саҡ һыу өҫтөндә ҡала. Малайҙы тиҙ арала һөйрәп сығарып кәмәгә һалалар, ә егет табылмай.

Фото №1 - Талҡаҫ күлендә 20 йәшлек егет үҙен ҡорбан итеп 8 йәшлек малайҙы ҡотҡарған

Батып барыусыларға беренселәрҙән булып ярҙамға килеүселәр араһында Бөрйәндәр Марсель Ҡарамырҙин менән Илдар Юламанов булған. Марсель Ҡарамырҙин һөйләй.

Талҡаҫ күлендә 20 йәшлек егет үҙен ҡорбан итеп 8 йәшлек малайҙы ҡотҡарған
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ