Ут Ветошников урамындағы 9а адресы буйынса урынлашҡан йортта сыҡҡан. Был турала Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы хәбәр итә.
Ваҡиға урынына килеп еткән янғын һүндереүселәр 100 квадрат метр майҙанда утты ҡамай. Килеп тыуған хәлдә бер кем дә зыян күрмәгән.




