Дауаханан сыҡҡан пенсионер медицина ойошмаһынан алыҫ түгел ағаслыҡта бер аҙна ятҡан

Октябьский ҡалаһында юғалған Николай Акимовты ете көн үткәс табалар. 2 июлдә ҡала дауаханаһынан сыҡҡан ир медицина ойошмаһынан алыҫ түгел ағаслыҡта бер аҙна ятҡан. Ваҡиғаны БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова асыҡланы.

Фото №1 - Дауаханан сыҡҡан пенсионер медицина ойошмаһынан алыҫ түгел ағаслыҡта бер аҙна ятҡан

Октябрьский ҡалаһынан 68 йәшлек Николай Акимовты ирекмәндәр тап ошо урында таба. Ул 2 июль Беренсе ҡала дауаханаһына ашығыс ярҙам машинаһында остеохондроз диагнозы менән килтерелә. Медицина учреждениеһында уға ауыртыуҙы баҫыусы дарыу бирәләр.

Сергей Иванов, Октябрьскийҙың 1-се ҡала дауаханаһы баш табибы: “Медицина хеҙмәткәрҙәре уны тикшерә, анализдар ала. Һуңынан дауалау курсын үткәрә. Процедуранан һуң уға такси саҡырырға тәҡдим ителә. Ләкин ул баш тарта һәм үҙаллы дауахана территорияһынан сығып китә”.

Хәле яҡшырғас, ир ҡайтырға сыға. Ләкин билдәһеҙ сәбәптәр буйынса өйөнә барып етмәй. Юғалғандың икенсе көнөнә уны туғандары эҙләй башлай. Сараға «Лиза Алерт» төркөмө лә ҡушыла. Бер аҙна үткәс Николай Акимовты дауаханан 100 метр алыҫлыҡтағы ағаслыҡта ирекмәндәр таба. Бында ул юлдан яҙлығып килеп сыҡҡан, тип фаразлай отряд вәкилдәре.

Елена Барбие, «Лиза алерт» эҙләү-ҡотҡарыу отряды координаторы: “Тәүҙә ул аңында булды, беҙ уға һыу эсерергә тырыштыҡ. өшөгән күп һыу юғалтҡан ине. Шул көндәрҙә ҡалала ямғырҙар яуҙы, ер дымлы һәм һыуыҡ ине”.

Ирекмәндәр әйтеүенсә, бында ул 15 метр үтеп соҡор эсенә төшөп китә һәм сыға алмай. Ирҙе табыу менән ашығыс ярҙам саҡыртыла. Уның тере булыуын мөғжизә, тип билдәләй медицина хеҙмәткәрҙәре.

Табиптар соҡорҙа табылған ирҙең хәлен ауыр тип билдәләй, аңына әле килмәгән. Һаулығы яҡшырыу менән ул республика дауаханаһына күсереләсәк.

Ваҡиғаны тикшереү өсөн Октябрьский ҡалаһына Дәүләт йыйылышы-ҡоролтайы депутаттары килә. Бында улар ауырыуҙың хәлен белде, Римма Үтәшева киләсәктә оло йәштәгеләр өсөн патронат хеҙмәте булдырыу фекерен еткерҙе.

Ирҙең дауаханан сыҡҡас юлдан яҙып ағаслыҡҡа ни өсөн инеп китеүен һәм соҡорҙа күпме ваҡыт үткәргәнен пациенттан тыш әлегә бер кем дә теүәл генә әйтә алмай. Әлегә ул аңына килмәгән. Табиптар бәләгә тарыусының ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшә.

Башбат

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ