Ҡотҡарыусылар еләккә барып урманда аҙашҡан өс ҡатынға ярҙам иткән

Ваҡиға Белорет районы Уҡшыҡ ауылы янында була. Еләк йыйырға барған өс ҡатын урманда аҙашҡан. Ҡайтыу юлын таба алмағас, улар 112 телефонына шылтыратып ҡотҡарыусыларҙы саҡыра.

Фото №1 - Ҡотҡарыусылар еләккә барып урманда аҙашҡан өс ҡатынға ярҙам иткән

Ҡатындар Уҡшыҡ һәм Уралтау тимер юлы станциялары араһында эҙләп табыла. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты таныш булмаған урманға сыҡҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫтә тоторға саҡыра.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ