Өфөлә Йылы күлдә 13 йәшлек үҫмерҙең кәүҙәһе табылған

Был хаҡта граждандарҙы яҡлау идаралығынан хәбәр итәләр. Уны 20 июлдән бирле эҙләгәндәр. Асыҡланыуынса, малай дуҫтары менән һыу инергә килгән. Ярҙан ун метр самаһы йөҙөп киткәс, бата башлаған. Дуҫы ярҙам итергә тырышып ҡараған, әммә булдыра алмаған. Пляжда оло кешеләр булмаған.

Фото №1 - Өфөлә Йылы күлдә 13 йәшлек үҫмерҙең кәүҙәһе табылған

“Рөхсәт ителгән ҡомлоҡтарҙа ғына ял итегеҙ, балаларҙы ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ, уларға һыу инеү ҡағиҙәләрен өйрәтегеҙ, тип иҫкәртә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ