Хәүефле уйындар. Өфө районы Николаевка ауылында унынсы модель «ВАЗ» автомобиле водителе юғары тиҙлектә күпер аша хәрәкәт иткән саҡта ике метр бейеклектән сығып оса.
Һөҙөмтәлә өс бала һәм бер оло кеше зыян күрә. Йәрәхәтләнгән дүрт кеше дауаханаға оҙатыла. Билдәле булыуынса, иҫке күпер ремонтҡа ябылған булған. Водителдең иҫкәртеүсе билдәләрҙе инҡар итеүе билдәле.
Ә Яңауыл районы Ҡарман ауылында иҫерек водитель балалы ҡатынды тапай. Әсә кеше колясканы ситкә этеп сабыйының ғүмерен ҡотҡарып өлгөрә, әммә үҙе тәгәрмәс аҫтында ҡала. Водитель дә, зыян күреүсе ҡатын да дауаханаға оҙатылған.




