Уҙған тәүлектә ике урында ут сыҡҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Йылайыр районында ярты гектар майҙанда урман янған. Бөрйәндә 1 гектар ерҙә ут таралған.
Ваҡиға урынында урмансылар һәм янғын һүндереүселәр эшләй. Бөгөнгә республикала 145 урман янғыны теркәлгән. Ут арҡаһында 1 мең 800-ҙән ашыу гектар ергә зыян килгән.




