Азамат Ғәлин банктан 25 миллион һум аҡса урлауҙа ғәйепләнеүсе кассир Луиза Хәйруллинаға ярҙам итеүҙән баш тартҡан. Был ҡарарҙы ул «Пусть говорят» тапшырыуынан һуң ҡабул итә.
Программала Марат Хәйруллиндың әсәһе йәмәғәт эшмәкәре тарафынан улдарына баҫым яһалыуын билдәләй, йәнәһе лә тап ул осраҡтың ялған версияһын әйтеүҙе һораған. Һөҙөмтәлә, Азамат Ғәлин адвокаттар менән төҙөлгән килешеүҙәрҙе туҡтата. Бынан тыш, эшҡыуар үҙенә яла яғылыуға бәйле судҡа ғариза яҙырға теләй
(в)




