Башҡортостанда юғалған өс йәшлек малай табылды

Бала бүлеү. Айырылған ғаилә парҙарына ҡағылған күңелһеҙ процесс. Көйөргәҙе районында йәшәүсе өс йәшлек малайҙың яҙмышын хоҡуҡ органдары хәл итәсәк. Ә бер нисә көн элек уның атаһы сабыйҙың юғалыуы тураһында полицияға мөрәжәғәт иткән.

Фото №1 - Башҡортостанда юғалған өс йәшлек малай табылды

Өс йәшлек Айнурҙың яратҡан уйынсығы конструктор бер нисә көн инде тик тора. Кейемдәре лә нисек һалған, шул килеш. Атаһы әйтеүенсә, сабыйҙы әсәһе үҙе менән алып киткән. Улына бер йәшлек сағында ғаиләне ташлап сығып киткән ҡатында, күрәһең, әсәлек хисе уянған.

Артур Нуриев, Айнурҙың атаһы: “Ҡатыным беҙҙән 2017 йылда китте. Бер хәбәрһеҙ юҡ булды ла ҡуйҙы. Улымды ата-әсәйем менән бергәләп ҡараныҡ”.

Рәғинә быйыл ғинуарҙа улын үҙенә алырға теләк белдергән. Әммә биләүҙән тәрбиәләгән баланы Артур һәм уның яҡындары уға биреп ебәрмәй. Әсә килеп күреп кенә йөрөй.

Нуриевтар билдәләүенсә, сабыйҙың ғүмеренә хәүеф янауы мөмкин. Хоҡуҡ органдары малайҙың атаһынан мөрәжәғәт булғас уҡ та уны эҙләй башлаған. Асыҡланыуынса, алыҫ китмәгәндәр. Ҡатын малай менән Күмертауҙа.

Райондың опека һәм попечителлек органдарынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәғинә әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителмәгән һәм улар ире менән айырылмаған да. Баланы алып китеүе закон боҙоу түгел.

Тиҙҙән Айнурға 4 йәш туласаҡ. Ә 5 августа уның яҙмышы судта хәл ителә. Дүрт йәшенә тиклем ҡараған атаһы яғында ҡалырмы, әллә 17 йәшендә генә сабыйҙы донъяға килтергән һәм был бәхеттең асылын 20 йәшендә аңлай башлаған ҡатын янындамы. Әлегә һорау.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ