Йәнә банктағы аҡсаларға ҡул һуҙғандар. Был юлы Өфөлә. «Открытие» банкы кассиры 6 миллион ярым һум аҡса үҙләштереүҙә ғәйепләнә. Әммә ул аҡса менән ҡасып өлгөрмәгән. Ҡатынды полиция эләктергән. Етешһеҙлек кис билдәле була. Кредит ойошмаһында ревизия барышында 6 миллион ярым һум аҡса етмәүе асыҡлана.
Тикшереү барышында ҡырын эшкә кассир Лилиә Аҙнабаева бәйле булыуы фашлана. Яҡынса мәғлүмәт буйынса 39 йәшлек банк хеҙмәткәре миллиондарҙы яйлап ҡына бер ай дауамында банктан алып сыҡҡан. Һуңғы көндә бер юлы миллион һумды эләктергән. Осраҡ буйынса енәйәт эше асылған. Лилиә Аҙнабаеваның 10 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.




