Хабаровск крайының «Холдоми» лагерында дүрт бала һәләк булған

Хабаровск крайында өс көнгә матәм иғлан ителде. «Холдоми» лагерында янғында дүрт бала һәләк булғандан һуң ил буйынса ял һәм һауыҡтырыу базаларына иғтибар артты. Рәсәй мәғариф министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, палаткалы лагерҙарҙа йылына өс йөҙ меңгә яҡын бала ял итә, күңелһеҙ осраҡтан һуң ғына бындай урындарҙа хәүефһеҙлек сараларының нисек ойошторолорға тейешлеге аныҡ билдәләнмәүе асыҡланды. Күҙәтеүсе органдар Башҡортостанда ла өҫтәмә тикшереүҙәр башланы. Хәбәрсебеҙ Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Фото №1 - Хабаровск крайының «Холдоми» лагерында дүрт бала һәләк булған

Һанаулы минуттар эсендә палаткалар көл-күмергә әйләнә. Хабаровский крайында дүрт баланың һәләк булыуына бәйле лагерь етәкселегенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Оло юғалтыу кисергән ата-әсәләргә берәр миллион һум компенсация түләнәсәк. Төбәктә бөгөн матәм башланды. Билдәле булыуынса, ут сығыу тураһында һуңлап хәбәр ителә. Янғынға палатка эсендәге йылытҡыс ҡоролмаһы сәбәпсе булыуы ихтимал. Балалар унда кейемдәрен киптергән.

Рәмзиә Нурмөхәмәтова, Республика балалар һауыҡтырыу-мәғариф үҙәге методисы: “Хабаровскиҙа ҙур фажиғә булды. Ул бөтә Рәсәй өсөн ҙур юғалтыу. Беҙ, әлбиттә, Башҡортостанда ошондай хәлдәр булмаһын өсөн бик ныҡ әҙерлек алып барабыҙ. Ғөмүмән, беҙҙә йылытҡыстар юҡ. Беҙҙең әйҙәүселәр айырым курсттар үтә. Тикшереүсе органдар килеп тикшерәләр”.

Республикала бөгөн ҡырҡҡа яҡын ял һәм һауыҡтырыу лагеры эшләй, уларҙың дүртәүһендә балаларҙы палаткаларҙа йәшәтеү ойошторолған. Өфө районындағы "Ҡайынҡай" учреждениеһы етәкселеге лә киләһе сменаны тап тәбиғәт ҡосағында уҙғарырға ниәтләгән була. Әммә һауа торошоноң тотороҡһоҙлоғо һәм "Холдоми" лагерындағы күңелһеҙ осраҡҡа бәйле ял итеүселәрҙе корпустарҙа ҡалдырыу ҡарары ҡабул ителә.

Эдуард Ғәбдрәхимов, «Ҡайынҡай» балалар һауыҡтырыу лагеры директоры урынбаҫары: “Лагерҙағы бөтә корпустарҙа янғын сигнализацияһы урынлашҡан. Биләмәлә гидранттар һәм ҡом йәшниктәре бар”.

Күҙәтеүсе органдар тарафынан балалар һауыҡтырыу лагерҙарына иғтибар ҙа артты, урында өҫтәмә тикшереүҙәр ойошторола. Үҫеп килгән быуынға янғын хәүефһеҙлегенә бәйле аңлатыу эштәре алып барыла. Өфө районында ун биш ял учреждениеһы иҫәпләнә, уларҙың биләмәләрендә палаткалар ҡуйылмауы билдәләнде.

Илшат Хәсәнов, Өфө районы буйынса дәүләт янғын күҙәтеүе өлкән инспекторы: “Хабаровскиҙағы ваҡиғаларҙан һуң инструктаждар үткәрелә, эвакуция балаларҙы лагерҙарҙан. Етешһеҙлектәр бар, улар капиталь характерҙа. Янғын сығыу хәүефе минималь хәлдә”.

Башбат

Нисек кенә булмаһын, «Холдоми» лагерындағы осраҡтан һуң тап Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы бүлеге етәксеһе эшенә һалҡын ҡарауға бәйле ҡулға алына. Тимәк, тәү ҡарашҡа, бәләкәй генә етешһеҙлек тә оло бәләгә килтереүе ихтимал. Тикшереүсе органдар иңендә ҙур яуаплылыҡ. Әйткәндәй, уҡыу миҙгеле лә яҡынлаша. Быға бәйле, Башҡортостандың юл инспекторҙары лагерҙарҙа әңгәмәләр ойоштороп, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкәртә. Алдағы ярты йыллыҡта ғына төбәктә балалар ҡатнашлығында 175 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә, уларҙа туғыҙ баланың ғүмере өҙөлә.

Линар Зиннуров, ЮХХДИ идаралығының пропаганда бүлеге хеҙмәткәре: “Бындай профилактик саралар республика кимәлендә ойошторола. Үҙебеҙ менән әүҙем йәштәрҙе йөрөтәбеҙ. Флешмоб, төрлө уйындар аша балаларға юл ҡағиҙәләрен өйрәтәләр”.

Йәйге ял күңелле, бәлә-ҡазаһыҙ үтһен өсөн хәүефһеҙлек талаптарының үтәлеүе шарт. Белгестәр билдәләүенсә, Хабаровкиҙағы күңелһеҙ осраҡтан һуң палаткалы лагерҙарҙы янғын сығыуҙы иҫкәртеүсе ҡоролмалар менән тәьмин итеү бурысы ҡуйылыуы ихтимал. Бынан тыш, ялды ойоштороуға бәйле ҡағиҙәләр ҙә көсәйтеләсәк.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ