6 миллион ярым һум аҡса үҙләштереүҙә ғәйепләнгән ҡатын тикшереү изоляторына ебәрелде. Өфөнөң Калинин районы суды хөкөм ҡарары сығарылғанға тиклем Лилиә Аҙнабаева ике ай ваҡытын шунда үткәрәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кредит ойошмаһында ревизия барышында 6 миллион ярым һум аҡса етмәүе асыҡлана. Тикшереү барышында ҡырын эшкә кассир Лилиә Аҙнабаева бәйле булыуы фашлана. Яҡынса мәғлүмәт буйынса 39 йәшлек банк хеҙмәткәре миллиондарҙы бер ай дауамында алып сыҡҡан.
Осраҡ буйынса енәйәт эше асылған. Лилиә Аҙнабаеваның 10 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал. Ә шул арала ҡатынды яҡындан белеүселәр уның ғәйепле булмауына ышана. Барыһы менән дә ул яҡшы мөнәсәбәттә булыуын билдәләй.




