Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығынан хәбәр итәләр. 38 һәм 47 йәшлек ирҙәрҙең кәүҙәһе Хажи ауылы янындағы күлдән сығарылған. Ҡотҡарыусылар халыҡҡа һыуҙа һаҡ булырға кәңәш итә. Республикала көндәр эҫе тора. Күптәр һыу буйында ял итә. Әммә фажиғәгә тарығандар ҙа бар. Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте етәксеһе Владимир Темашев.
Йыл башынан йылға һәм күлдәрҙә 83 ҡаза теркәлгән. 25 кеше һыуға батып үлгән, уларҙың 7-һе балалар.




