50 квадрат метр майҙанды биләгән ҡыйыҡ япмаһын ел осорҙо. Бәләгә тарыусылар юҡ. Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия хәлде контролдә тота, көслө ел эҙемтәләрен бөтөрөү өҫтөндә хәстәрлек күрелә, ти район хакимиәте башлығы урынбаҫары Динар Ғәлимов.
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы республика биләмәләренә һалҡын һауа массаһы килеп етеүгә бәйле бөгөндән һауа температураһы төндә плюс 3-9, көндөҙ плюс 13-18 градусҡа тиклем түбәнәйеүе хаҡында иҫкәртә. Республикала урыны менән йәшенләп ямғыр, боҙборсаҡ яуыуы күҙаллана.




