Йәш рәссамдың был ҡылығы ҡайһы берәүҙәргә бик үк оҡшап етмәй. Һүрәттәр араһында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, 60 йыллыҡ хеҙмәт тәжрибәһе булған Рәшит Баҙыҡовтың рәсеме лә бар. Уның ҙур сауҙа үҙәгендә ҡуйылыуы һәм аҡсаға һатылыуы яҡындары араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙырған. Билдәле табиптың улы Руслан Баҙыҡов.
Рәшит Баҙыҡов – ғалим-онколог, медицина фәндәре докторы. Фəнни хеҙмəттəре яман шештəрҙе хирургик дауалау проблемаларына арналған.




