Баш ҡалала йәмәғәт автобусы ҡатнашлығындағы юл фажиғәһе теркәлгән

Авария һөҙөмтәһендә 51-се маршрут буйынса йөрөгән автобустың 4 пассажиры төрлө тән йәрәхәттәре алған. Йәмәғәт транспорты Черниковка биҫтәһенең Ҡулса урамында торлаҡ йортҡа барып бәрелә яҙған.

Фото №1 - Баш ҡалала йәмәғәт автобусы ҡатнашлығындағы юл фажиғәһе теркәлгән

Асыҡланыуынса, 38 йәшлек водитель Нефаз автобусында Деу Нексия автомобиле менән бәрелешеүҙән ҡасып бағанаға ,һуңынан ағасҡа барып бәрелгән. Салонда был ваҡытта 10 пассажир була. Аварияла ғәйепле водитель ваҡиға урынынан ҡасҡан.

Автор: Айнур Кәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ