Миәкә районының Исламғол ауылында Өйәҙе йылғаһы аша күпер һалынды

Бер юлы – ике байрам. Миәкә районының Исламғол ауылында Өйәҙе йылғаһы аша күпер асылды һәм тиҫтәгә яҡын нәҫел вәкилдәре үҙҙәренең туғанлыҡ ептәрен барлаған шәжәрә байрамы ойошторҙо.

Фото №1 - Миәкә районының Исламғол ауылында Өйәҙе йылғаһы аша күпер һалынды

Бәләкәй, әммә мул һыулы Өйәҙе йылғаһы аша һалынған күпер күптән емерелеү хәлендә булғанлыҡтан, Исламғол халҡы һуңғы йылдарҙа ҙур ҡыйынлыҡтар кисереп йәшәгән булған. Район һәм республика ҡаҙнаһынан бүленгән аҡсалар иҫәбенә быйыл Өйәҙе аша заманса, ныҡ, яңы күпер төҙөп ҡуйылған.

Ришат Аҡтуғанов, Миәкә районы хакимиәте башлығы: “Ярты йыл эсендә проект документтарын әҙерләнек. Был документтарҙы әҙерләү өсөн республика етәкселегенән, хөкүмәттән рөхсәт алдыҡ. Ни өсөн тигәндә бында бер миллион ғына түгел, бер нисә тиҫтә миллион аҡса кәрәк булды бит инде. Бөтә яңы материалдар менән техник талаптарға яуап бирерлек итеп төҙөп ҡуйылды”.

Күперҙе тантаналы асыуҙы нәҡ шәжәрә байрамы көнөнә тура килтереп уҙғарҙылар. Күрше өлкәләр, сит төбәктәрҙән дә яҡташтар ҡайтты был байрамға. Күпме яңы осрашыуҙар, оҙаҡ йылдар аша күрешеүҙәр – былар барыһы ла тыуған ергә яҡынайта, ер ҡәҙерен күтәрә.

Зөфәр Әһлиуллин, «Урал» ауыл хужалығы кооперативы рәйесе: “Күпер булмаһа, был ауылға бер кем дә инә алмай бит инде. Халыҡ бит инде бөгөн күп итеп мал тота. Малсылыҡ продукцияһын, Һөттө ошо күпер аша сығарабыҙ, ашлыҡты алып китәбеҙ. Бөгөнгө көндә Исламғол ауылы матур, ҙур ауыл. Ә юлһыҙ булмай бит инде”.

Шамил Хәйруллин, Исламғол ауылында йәшәүсе: “Бөтөн халыҡ район үҙәгенән Миәкәгә йөрөй, силсәвиткә, балнисҡа. Күпер ныҡ туҙғайны, ул ныҡ емерелгәйне. Өр яңынан эшләнеләр уны. Бер юлы Шатмантамаҡтан ауылға тиклем юлды ла эшләнеләр. Ауыл эсендә лә юлды төҙөкләндерҙеләр. Күперебеҙ 100 йылға етерлек”.

Ауылда көслө нәҫелдәр йәшәй. Шуларҙан барлығы 11 фамилия кешеләре үҙҙәренең шәжәрәләре, арҙаҡлы шәхестәре, ғаилә тарихтары менән таныштырҙы.

Ғаяз Ғәлимов, Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында йәшәүсе: “Кәреш ауылының күптәре Исламғол ауылына күстеләр. Бер мәктәп, бер бригада инек бит инде. Беҙ инде ауылды ташламаныҡ. Сөнки, әсәйем әйтеп үлде, өйөмдө ташламағыҙ, музей итеп тотоғоҙ тине. Шуға, ул нисек булған, шулай тора. Ҡайтып беҙ уны таҙартып, ҡарап торабыҙ”.

Выборы 2026

Район хакимиәте яғынан ауылдарға иғтибар ҙур. Исламғол, күрше Кәреш ауылы урамына таш түшәлгән. Кәрештә эсәр һыу мәсьәләһе хәл ителгән, электр бағаналарына фонарҙар ҡуйылған. Юл, һыу, ут, күперҙәр булғанда төпкөл ауылдарҙа тормош тағы ла йәнләнер, тигән фекерҙе нығытты Исламғолдағы байрам саралары.

Автор: Рәшиҙә Ишембәтова.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ