Иҫерек килеш рул артына ултырып полиция менән ҡыуышыу ойошторған 20 йәшлек ҡыҙ ун тәүлеккә ҡулға алынды. Хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан уға ҡарата 12 протокол төҙөлгән. Бынан тыш ҡыҙға юл-тарнспорт ваҡиғаһында зыян күргән өс автомобилде лә ремонтлатырға кәрәк буласаҡ. Сөнки уның бер ниндәй документтары булмауы асыҡланды. Таңғы ҡыуышыу тураһында Рәмилә Исмәғилева.
Полиция ҡыҙҙар баҫтыра. Ләкин сараһыҙлыҡтан. Руль артында яңы ғына төнгө клубтан сыҡҡан ҡыҙҙар. Уларҙы таңғы алтыла машина өҫтөндә бейеп йөрөгәндәрен дә күргәндәр. Артабан кинолағы кеүек. Ә операторҙар ҡыҙҙар үҙҙәре. Полициянан ҡасыуын улар социаль селтәрҙәрҙә онлайн күрһәтеп бара.
Таныҡлыҡ булмауын ҡыҙҙар полиция эҙәрлекләй башлағас ҡына хәтеренә төшөргән. Быға тиклем был етешһеҙлек бер ниндәй ҙә уңайһыҙлыҡтар килтермәгән күрәһең. Руль артында ултырған ҡыҙҙың социаль селтәрҙәрендә автомобиле янында төшкән фотоһүрәттәр күп. Ләкин был юлы кәйеф-сафа ҡороу күңелһеҙ тамалана.
СССР-ҙың 50 йыллығы урамы буйлап елдергән автомобиль йәшел утҡа сығып барған Ваз-2114 автомашинаһына төкәлә, ул үҙ сиратында тағы бер автомобилгә бәрелә.
Ҡыҙҙар идара иткән автомобилдең дәүләт теркәүе һәм ОСАГО полисы булмауы асыҡланған. Өҫтәүенә улар спиртлы эсемлектәр ҡулланған булуыу иҫбатлана.
Республиканың баш юл автоинспекторы әйтеүенсә, ярты йыл эсендә Башҡортостанда 1700 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән һәм уның һәр ун беренсеһе айыҡ булмаған водителдәр арҡаһында. Был
Тиҙлек яратыусы ҡыҙға транспорт сараһын туҡтатыу талабын үтәмәгән һәм хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәгән өсөн административ штраф һалынған, бөтәһе 12 протокол төҙөлгән. Хәҙер иһә «күңел асыу» ҙа ун тәүлеккә һуҙыласаҡ. Руль артында ултырған пилот ҡулға алынды.




