Стәрлетамаҡта 3 йәшлек балаға эт ташланған

Был турала Стәрлетамаҡ сити порталы хәбәр итә. Унда ваҡиғаның видеояҙмаһы ла урынлаштырылған.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ идаралығынан белдереүҙәренсә, был осраҡ буйынса материал туплана, ҡарар ҡабул ителә

Һуғышсы тоҡомонан һаналған эт ихатала морондоҡһоҙ һәм сылбырһыҙ йөрөгән.

Стәрлетамаҡта 3 йәшлек балаға эт ташланған
Фото №1 - Стәрлетамаҡта 3 йәшлек балаға эт ташланған

Сабый йәрәхәтләнгән. Уны дауаханаға оҙатҡандар. “Күңелһеҙ хәл белем биреү йорто янында булды. Бында һәр саҡ балалар күп йөрөй”, тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Стәрлетамаҡ халҡы. “Этте хужаһы ла тынысландыра алманы. Питбулдың сабыйға ташланыуы ҡурҡыныс күренеш булды”, тип билдәләй ваҡиға шаһиттары.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ