Өфө егетен этте туҡмағаны өсөн хөкөм итмәкселәр

Өфөлә йорт хайуандарына бәйле тағы бер низағ ҡупты. Был юлы йәмәғәтселек киреһенсә этте яҡлап күтәрелде. Социаль селтәрҙәрҙә бәйҙә эйәреп барған этен туҡмаған егет тураһында видео барлыҡҡа килде. Был мәғлүмәт йәшен тиҙлегендә таралды һәм хайуан яҙмышына битараф булмағандар тиҙ арала этте йәберләүесене асыҡлап та ҡуйҙы.

Фото №1 - Өфө егетен этте туҡмағаны өсөн хөкөм итмәкселәр

Егет әйтерһең дә кемдеңдер үсен ала. Аҙым һайын ҡурҡышынан ергә һыйынған этте типкеләй. Хайуан яуап итеп тешләй ҙә, бәйҙән ысҡына ла алмай. Был кадрҙарҙы йорт тәҙрәһенән ваҡиға шаһиты төшөрөп алған. Ҡыҙ әйтеүенсә, был ваҡтта урамда башҡа кешеләр ҙә булған, әммә дүрт аяҡлы дуҫты яҡларлыҡтары табылмаған.

Эльмира, ваҡиға шаһиты: “Мин эштә ултыра инем. Асыҡ тәҙрәнән эт сыйылдағанын ишетеп ҡалдым да тышҡа ҡараным. Сыға алмағас видео төшөрөгә булдым, Үҙемдең эткә ярҙам итә алмауым өсөн оят”.

Шаҡ ҡатырғыс видео тиҙ арала социаль селтәрҙәрҙә таралды. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә эт яҙмышына битараф булмаусылар ярҙамында хайуанды йәберләүсенең шәбесе лә асыҡланды. Баҡтиһәң, 29 йәшлек Өфө егете эттәрҙе ваҡытлыса ҡарау менән шөғөлләнгән. Типкеләнгән эттең хужаһы әле сит илдә ял итә. Эш олоға киткәс Вячеслав исемле егет йәмәғәтселектән ғәфү үтенеп интернетҡа видео һалды. Йәнәһе лә, был ҡылығы өсөн ояла һәм тәүге тапҡыр шулай ҡыланған.

Йәберләгән эттәрҙең үпкәһе ғүмерлеккә һаҡланыуы билдәле. Хәйер хайуандарҙы яҡлаусылар ҙа егеттең был егетһеҙлеген ғәфү итергә ашыҡмай.

Елена Жданова, хайуандар өсөн приют етәксеһе: “Быға тиклем уның беҙгә шылтыратҡаны бар ине. Мин хайуандарҙы ваҡытлыса ҡарау менән шөғөлләнәм тип үҙ хеҙмәтен тәҡдим итте. Аныҡ аҡыллы кеше кеүек тойолдо”.

Максим Родионов, Башҡортостан Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе: “Хайуандар менән аяуһыҙ ҡыланыу закон менән эҙәрлекләнә. Әгәр видеолағы гражданиндың ғәйебе иҫбатланһа уға процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк”.

Егеттең артабан да хайуандар тәрбиәләү менән шөғөлләнеүе икеле. Был хәлдән һуң уға хатта бушлай ҙа эт-бесәйҙәрен ҡалдырмауҙары билдәле.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ