Радий Хәбиров Благовещен районы Иҙәк йылғаһындағы хәлде күҙәтеүгә алды

Был турала Республика етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған. “Был ваҡиғаны хакимиәтем контролгә ала, Ринат Бәширов – яуаплы була. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте Иҙәк йылғаһының Өфөгә ҡушылған урында тикшереүҙәр үткәргән. Экологик хәл нормала, һәләкәт юҡ. Әммә йылғаны бысратыу осрағы булған. Әлбиттә, бысраҡ ағыҙған ойошмаға закон буйынса яуап бирергә һәм зыянды ҡапларға тура киләсәк”, - тигән Радий Хәбиров.

Фото №1 - Радий Хәбиров Благовещен районы Иҙәк йылғаһындағы хәлде күҙәтеүгә алды

Бынан тыш, Республика етәксеһе был ваҡиғаны халыҡтан йәшерергә теләгән чиновниктарға иҫкәртеү яһаны. “Заман үҙгәрҙе. Йәмғиәттән нимәнелер йәшерергә теләү – файҙаһыҙ. Ахмаҡлыҡ йәки кем менәндер һүҙ бирешеп был ваҡиғаны йәшерергә теләгән чиновниктар яуаптан китә алмаясаҡ”, - тигән Радий Хәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ