Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ут Юлдыбай урмансылығында 76 гектар биләмәне ялмап алған ине. Янғынды һүндереүҙә 92 кеше ҡатнашҡан, 32 берәмек техника йәлеп ителгән.
Уҙған көн Бөрйән районында – 10 гектарҙа, шулай уҡ Йылайыр районы Ҡананикольск урмансылығында 9 гектарҙа урман янған. Утты һүндергәндәр. Бөгөн күп райондарҙа янғын сығыу ҡурҡынысы юҡ. Көньяҡта ғына ут сығыу хәүефе һаҡлана.




