Мәскәүҙә интернетта хәүефле мәғлүмәткә ҡаршы көрәш темаһына ултырыш үтте. Илдә ялған мәғлүмәт таратыу һәм дәүләт символдарын мыҫҡыллыу тураһында закон ҡабул ителде. Ҡайһы бер төбәктәрҙә был ҡанунды халыҡҡа ҡаршы ҡулланыу осраҡтары теркәлгән.
Чиновниктарҙың эшен дөрөҫ тәнҡитләгән кешеләрҙе яуапҡа тарттырғандар. Ростислав Мырҙағолов әйтеүенсә, халыҡ мөрәжәғәттәрен ишетеп мәсьәләләрҙе хәл итә белергә кәрәк.




