9 миллиард һумдан елдәр иҫкән. «Башспирт» йәмғиәтендә яңы етәкселектең башланғысы менән Контроль-иҫәп палатаһының тикшереүе үтте. Уның һөҙөмтәһендә предприятиела элекке идарасыларҙың 9 миллиард һумлыҡ етешһеҙлеге асыҡланған.
Ҡул ҡуйылған килешеүҙәр табышһыҙ булған, айырым осраҡтарҙа хатта финанс юғалтыуҙарға ла килтергән. Ә Затон биҫтәһе гараждарының береһендә хоҡуҡ һаҡлау органдары алкоголь эсемлектәр менән тулы меңгә яҡын йәшник тапҡан. Тикшереү үткәргәндән һуң, предприятиеның продукцияһын урлауҙа «Башспирт» сауҙа йортоноң элекке етәксеһе ғәйепләнә.




