Kawasaki мотоциклы водителе хәүефле боролошта юлдан сығып осҡан. Ул бетон бағанаға килеп бәрелгән. 28 йәшлек егет ваҡиға урынында һәләк булған. Өфөлә лә мотоцикл йөрөтөүсе егет зыян күргән. ВАЗ машинаһы шоферы ихатала мотоциклға килеп бәрелгән.
Ике тәгәрмәсле транспорт хужаһы ауыр тән йәрәхәттәре алған һәм дауахнаға оҙатылған, тип хәбәр итә автоинспекторҙар.
Үткән тәүлектә полиция хеҙмәткәрҙәре 64 иҫерек водителде ҡулға алған.




