Учалы районының элекке прокуроры ришүәт алыуҙа ғәйепләнә

Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ул 2016 йылдан 2018 йылға тиклем урындағы эшҡыуарҙан законһыҙ нигеҙҙә аҡса алған. Асыҡланыуынса, файҙалы ҡаҙылмаларҙы ҡаҙыу һәм уны эшкәртеүҙә махсуслашҡан йүнсел эшен иғтибарға алынмаһын өсөн Учалы район-ара прокурорын бүләкләгән булған.

Фото №1 - Учалы районының элекке прокуроры ришүәт алыуҙа ғәйепләнә

Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Элекке хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре ғәйебен танымаған.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ