Өфөлә юл ҡазаһы. Баш ҡаланың Интернациональ урамында ҙур йөк автомобиле ВАЗ машинаһы менән бәрелешкән. Еңел автомобиль фура аҫтына ҡыҫылып ҡалған. Водителе ваҡиға урынында һәләк булған, ә уның кәүҙәһен азат итеү өсөн ҡотҡарыусыларға махсус техника ҡулланырға тура килгән. Авария сәбәптәре асыҡлана.
Илеш районында ла үлемесле авария теркәлгән. Kawasaki мотоциклы водителе хәүефле боролошта юлдан сығып осҡан. Ул бетон бағанаға килеп бәрелгән. 28 йәшлек егет ваҡиға урынында һәләк булған.




