Бишбүләк районы Баҙлыҡ ауылында күп функциялы мәҙәниәт үҙәгенең ҡыйығын осорған. Ҡаза күреүселәр юҡ, урында авария-төҙөкләндереү эштәре башланған. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкиле Гүзәл Шәрәфетдинова һөйләй.
Бөгөн республикала ямғыр, төньяҡ-көнбайышта көслө ямғыр яуыуы, күк күкрәүе көтөлә, ел көньяҡтан, йүнәлешен төньяҡ-көнбайышҡа үҙгәртеп секундына 9-14 , урыны менән 17-22 метр тиҙлектә күҙаллана.





