Радий Хәбиров иң һөҙөмтәле төбәк башлыҡтары исемлегендә

Рейтингты Иҡтисади һәм сәйәси коммуникациялар агентлығы белгестәре төҙөгән. Республика етәксеһе июнь айында губернаторҙар исемлегендә 26-сы баҫҡысты биләне. Ул бер ай эсендә 19-сы урынға күтәрелгән һәм көслө йоғонто яһаған төбәк башлыҡтары төркөмөнә эләккән. Радий Хәбировтың яҡшы һөҙөмтәһенә Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры Дмитрий Медведев менән осрашыу барышында, Ишембай махсус иҡтисади биләмәһен ойоштороу тураһында ҡарар йоғонто яһаған.

Фото №1 - Радий Хәбиров иң һөҙөмтәле төбәк башлыҡтары исемлегендә

Мәскәү мэры Сергей Собянин рейтинг лидеры. Икенсе урында Чечен республикаһы башлығы Рамзан Ҡадыров, өсөнсөлә – Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов. Ямал-Ненец автономиялы округы етәксеһе Дмитрий Артюхов исемлектә иң һуңғы баҫҡыста.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ