Өфөлә теркәлгән аварияла 9 йәшлек бала йәрәхәтләнгән

Юл ҡазаһында 66 йәшлек ирҙең ғәйепле булыуы билдәле. Ул 7-се модель ВАЗ автомобиле менән "Хайма" машинаһына бәрелә. Сит ил автомобиле салонындағы 9 йәшлек ҡыҙ имгәнгән, тип хәбәр итә автоинспекторҙар.

Фото №1 - Өфөлә теркәлгән аварияла 9 йәшлек бала йәрәхәтләнгән

Балалар ҡатнашлығында тағы ла бер авария булды. "Киа Спортейдж" автомобиле водителе 8 йәшлек малайҙы тапаған. Юл-транспорт ваҡиғаһы Урман тыҡырығында теркәлгән. Малай рөхсәт ителмәгән урында юл аша сығып барған. Шофер тормозға баҫып өлгөрмәгән. Был аварияның видеояҙмаһы социаль селтәрҙәрҙә таралған. Баланың ғүмеренә ҡурҡыныс янамай, тип белдерә полиция хеҙмәткәрҙәре.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ