Уларҙың 90 процентҡа яҡыны алабуға. Халыҡ Талбазы ауылындағы быуала ғәҙәти булмаған күренешкә тап була. Улар һыу өҫтөнә ҡалҡып сыҡҡан үле балыҡтарға юлыға.
Шунда уҡ ваҡиға урынына янғынға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса 14-се отряд хеҙмәткәрҙәре килә. Улар ғәҙәттән тыш хәлде етди контролгә ала. Әлеге ваҡытта яр буйында һыуҙың сифатын тикшереү өсөн күсмә лаборатория һәм үлгән балыҡтарҙы тикшереүсе ветеринар станция белгестәре лә эшләй. Осраҡ сәбәптәрен асыҡлау буйынса районда махсус комиссия төҙөлгән.
Һуңғы айҙа был Башҡортостанда балыҡтарҙың күпләп ҡырылған икенсе осрағы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, июль аҙағында ошондай уҡ хәл Благовещен районында теркәлгәйне. Ике көн эсендә ҡотҡарыусылар Иҙәк йылғаһынан тонна ярым самаһы үлгән балыҡ йыйып алды. Ауырғазы районында балыҡтарҙың алты төрө һәләк булған. Улар араһында күпсепәген алабуға тәшкил итә. Шулай бер нисә суртан балығы ла осраған.




