Юл транспорт ваҡиғаһында 66 йәшлек ир ғәйепле булыуы билдәле. Ул 7 модель ВАЗ автомобиле менән идара иткәндә юл ыңғайында барған «Хайма» машинаһына бәрелә, һуңғыһы иһә Киа Риоға төкөй. Һөҙөмтәлә Ҡытай автомобиле салонындағы 9 йәшлек ҡыҙ бала йәрәхәтләнә.
Шулай уҡ Өфөлә «Киа Спортейдж» автомобиле менән идара иткән 56 йәшлек водитель 8 йәшлек малайҙы бәрҙерҙе. Юл транспорт ваҡиғаһы Урман тыҡырығында теркәлде. Малай рөхсәт ителмәгән урында юл аша сығырға теләй. Водитель тормозға баҫып өлгөрмәй. Бәхетле осраҡ менән генә бала ғүмеренә зыян килмәгән.




