Әсәлек капиталынан ҡолаҡ ҡаҡҡандар. Дәүләт тарафынан ғаиләлә икенсе бала тыуған өсөн бирелгән аҡсаларҙы торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, балаларҙы уҡытыу, йәки әсәнең пенсияһын арттырыу маҡсатында ҡулланырва мөмкин. Әммә йыш ҡына ҡайһы бер ғаиләләр сертификатты өсөнсө кешеләр ярҙамында ҡулаҡсаға әйләндерергә тырыша. Ишембай районында әсәлек капиталына торлаҡ заемы юллап, мутлашыусылар ҡулына эләккән ғаилә менән БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.
Ишембай районы Петровский ауылынан Лапшовтар – күп балалы ғаилә. Өсөнсө ҡыҙҙары тыуыу менән уларға әсәлек капиталы бирелә. Дәүләт ярҙамын әсәнең буласаҡ пенсияһын тәьмин итеү, баланы уҡытыуға һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн йүнәлтергә мөмкин.
Һуңғыһы менән Лапшовтар ҡулланырға була. Капиталды ремонт эштәренә файҙаланыр өсөн ауылдаштарынан риелтор Владимир Галактионов тураһында ишетә. Ошоға тиклем йәнәһе лә ул күп ғаиләләргә ярҙам иткән. Лапшовтар ғаиләһенә лә хоҡуҡи яҡтан әсәлек капиталын алырға ярҙам итеү тураһында белдерә. Шулай уҡ, уның менән берлектә риелтор Валерия Чучохина, күсемһеҙ милек ойошмаһы директоры Әлиә Салауатова эшләй. Торлаҡ хәлен яҡшыртыу мәсьәләһе килеп баҫҡас Наталья ризалаша.
Яраҡлыҡтан сыҡҡан газ плитәһен, емерелгән ҡыйыҡ ремонтлауҙы талап итә. Ҡатын мутлашыусыларға документтарын тапшырып аҡсаның күсеүен көтә. Пенсия фонды идаралығы ойошма исеменә әсәлек капиталына ярашлы 400 мең һумдан ашыу аҡса бүлә. Күсемһеҙ милек ойошмаһы сумманы Наталья Лапшованың банк картаһына күсерә. Ләкин аҡсаны алырға ҡатын менән риелторҙар ҙа килә.
Тышҡа сыҡҡас иҫәпләшербеҙ тигән һылтау менән, мутлашыусылар сумманы үҙҙәренә ала. Ләкин шул көндән алып аҡсаның бер тинен дә Лапшиндар ғаиләһе күрмәй. Полицияға мөрәжәғәт итеүҙәре һөҙөмтәһеҙ, документтарға ярашлы бер ниндәй ҙә һорау юҡ. Ә капиталды ҡулына төшөргән Владимир Галактинов менән бәйләнеш юҡ. Уның телефонына әсәһе яуап бирә.
Аферистар ҡулынан алданған ғаиләләр араһында биш бала әсәһе Наталья Исмәғилева ла бар. Ҡурҡыталар, шуның өсөн бер ҡайҙа ла мөрәжәғәт итмәнек, тип бүлешә ҡатын.
Риелторҙар менән берлектә эшләгән күсемһеҙ милек агентлығы етәксеһе беҙҙе күреү менән тулҡынланыуын йәшерә алманы. Тәүҙә Владимир Галактионовты белмәмешкә һылтанды, һуңынан һүҙҙәрен кире алды.
Телеканал республиканың эске эштәр министрлығына рәсми һорау ебәрҙе. Тәүҙә енәйәт эше ҡуҙғатыуҙан баш тартһалар ҙа, Стәрлетамаҡ прокуратураһы тикшереү эштәрен башлап ебәрергә мәжбүр булды.
Мутлашыусы менән эш итеү һөҙөмтәһендә нисә ғаилә зыян күргән әлегә аныҡ ҡына әйтеп булмай. Хоҡуҡ һаҡлау органдары мәсьәләгә битараф ҡала. Лапшовтарға иҫке йортта, емерек ҡыйыҡ аҫтында йәшәргә тура килә.




