Ауырғазы районы Талбазы ауылындағы күлдәге балыҡтар үлеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Күсмә лаборатория һыуҙы анализға алған, ветеринар станция белгестәре үлгән балыҡтарҙы тикшерә. Осраҡ сәбәптәрен асыҡлау буйынса районда махсус комиссия төҙөлгән.
Күлдә һыу инеү, шулай уҡ ҡаҙ һәм өйрәктәрҙе йөҙҙөрөү тыйыла. Ауырғазы район хакимиәтенән белдереүҙәренсә, бөгөн үле балыҡтар табылмаған.




