Асылыкүлдә лә һыу сифаты насарайған

Күлгә ауыл хужалығы предприятиелары һәм ауылдарҙан ағып төшкән бысраҡ һыу ҡушыла. Был турала Башҡортостан Экология министрлығы докладынан билдәле булды. Һыуҙа марганец ҡатнашмалары миҡдары 3, көкөрт кислотаһы күләме 9 тапҡырға артҡан.

Фото №1 - Асылыкүлдә лә һыу сифаты насарайған

Туймазы районындағы Ҡандракүлде иһә белгестәр “аҙ бысранған” тип иҫәпләй. Унда хлорид, тимер ҡушылмалары һәм органик матдәләр нормала. Фенол, нефть продукттары, цинк, никель табылмаған.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ