Муниципалитет водителдең хеҙмәт хоҡуғын боҙған. Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы үткәргән тикшереү материалдары буйынса, шофер ирҙе 7 ай дауамында өҫтәмә эшкә йәлеп иткәндәр. Хеҙмәт килешеүе буйынса ул иртәнге һигеҙенсе яртынан 18 сәғәткә тиклем эшләргә тейеш булған.
Әммә водитель аҙна һайын иртәнге етенән киске туғыҙға тиклем эшләгән. Уға өҫтәмә хеҙмәт өсөн аҡса түләнмәгән. Был осраҡ буйынса ғәйепле вазифалы кешеләргә яза бирелгән.




