Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итәләр. Рәсми теркәлмәгән туристар төркөмө Ирәкташ һыртына күтәрелгән. Ҡатын һәм уның балаһы артта тороп ҡалған һәм күҙҙән юғалған. Әле уларҙы Белорет ҡотҡарыусылары эҙләй. 20 кеше йәлеп ителгән, шулай уҡ һаҙлыҡта йөрөү техникаһы ла эшкә егелгән.
Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратырға кәрәк. Уның һандары: 112. Бәйләнешкә инеү бушлай.
Туристар сәфәргә сығыуҙары тураһында мотлаҡ хәбәр итергә тейеш, ти Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы вәкиле Гүзәл Шәрәфетдинова.




