Өфөлә һуғыш эте хужабикәһенең иҫерек әхирәтен талап үлтергән

Асыҡланыуынса ҡатын-ҡыҙҙар үҙ фатирында күңел асҡан. Байрам итеп туйғастар хужабикә йоҡларға тип күрше бүлмәгә сыға, ә эт ғәҙәттәгесә һаҡҡа баҫа. Бер мәл хужабикәнең 48 йәшлек әхирәте ниндәйҙер һорау менән бүлмәгә инергә була. Эт шунда уҡ ҡатындың битенә ташлана.

Фото №1 - Өфөлә һуғыш эте хужабикәһенең иҫерек әхирәтен талап үлтергән

Евгений Каневский, Рәсәй тәфтиш комитеты Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы: “Зыян күреүсе күп ҡан юғалта. 48 йәшлек ҡатындың ашығыс медицина ярҙамы килеп еткәнсе ғүмере өҙөлә. Әле был осраҡ буйынса тәфтиш эштәре алып барыла”.

Автор: Айнур Кәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ